Быйылғы район фәнни - ғәмәли конференцияһында ла әүҙем ҡатнаштыҡ. Уҡыусылар, афарин!
"Йөрөгән таш - шымара", - тигән кеүек. Уҡыусылар сығыш яһай - яһай, оҫтара бара!
"Башҡорт теле" бүлегендә үҙҙәренән күпкә өлкән апай-ағайҙары араһында ҡаушап ҡалмай, яҡшы итеп сығыш яһап, 2-се урын алған Аҙнабаева Әҙилә һәм Тәминдаров Илмирға афарин! "Ҡурай - башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы" тигән тема менән сығыш яһаны улар. Ҡурай серҙәренә өйрәтеүсе Фәим Салауат улы Ғайсинға айырым рәхмәт!
Рәхимов Таһир бөгөнгө көндә илебеҙҙе һаҡлаған яугирҙар тураһында. Беҙҙең тыныслыҡ өсөн яуҙа һәләк булған ауылдашы тураһында бай йөкмәткеле эш әҙерләне. Тиҫтерҙәре араһында яҡшы сығыш яһап, шулай уҡ 2-се урын яуланы.
Эҙләнеү эшен башҡарып, мәғлүмәт йыйырға, балаларҙа ҡыҙыҡһыныу уятырға ярҙам иткән ата-әсәйҙәргә, олатай - өләсәйҙәргә ҙур рәхмәт! ' Берҙәмлектә - көс!!! “
Афарин, уҡыусылар! Артабан да яңы үрҙәр, яңы еңеүҙәр һеҙгә!
Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының башланғыс кластар уҡытыусыһы Йәлилова Розалия Әхмәт ҡыҙы.