Рәссам күңелле кешеләр йығылған ағастарҙың үрелештәрендә һәм тарбаҡтарында ғәжәп һындар күрә белә. Уларҙың оҫта ҡулдары һәм сикһеҙ фантазияһы ҡәҙимге тамырҙарҙан мөғжизәүи һындар хасил итә.
Балалар ижад емештәре менән танышып ҡына ҡалмаған, нәфис эштәрҙең нисек барлыҡҡа килеүен дә өйрәнгән. Күргәҙмә уларға илһам биргән, тубырсыҡтарҙан үҙ ҡулдары менән уйынсыҡтар яһап ҡараған.
Был хаҡта Киров районы хакимиәте үҙенең телеграм-каналында хәбәр итә.

