Башҡорт өйөндәге һәр балаҫтың үҙ тарихы була. Быуындан быуынға тапшырыла килгән ҡомартҡы бит ул балаҫ!
Элек башҡорттар кейәүгә бирә торған ҡыҙҙарына бирнәгә аҫалы балаҫ һуғып әҙерләгән. Балаҫтар урындыҡ-һикеләргә түшәлгән. Тирмә йә өй стенаһына ла элгәндәр. Ҡунаҡ-маҙар килгәндә генә түшәй торған иң күркәм балаҫтарҙы урындыҡ түренә, һандыҡ өҫтөнә өйөп ҡуйғандар. Йәғни башҡорт йортон биҙәүҙә һәм уңайлыраҡ итеүҙә балаҫ бик мөһим булған.
Биҙәктәргә, аҫаларға һәр төбәк үҙенең үҙенсәлектәрен өҫтәгән.
Күргәҙмә Башҡортостандың төрлө яғының аллы-гөллө күркәмлектәрен бер урынға туплаған.
Сығанаҡ: Башинформ.