+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
19 Ғинуар 2025, 07:44

Шыршыңды эшкәртеүгә тапшыр

Яңы йылға урмандан алынған шыршы, пихта, ҡарағай биҙәп ултыртҡан өфөләр өсөн “Шыршыны – юнысҡыға” тигән акция бара. Ағасты махсус тәғәйенләнгән урынға килтереп тапшырһаң, мандарин менән һыйлайҙар. Эш,әлбиттә, мандаринда ла түгел, ә тәбиғәтте хәстәрләүҙә.

Шыршыңды эшкәртеүгә тапшырШыршыңды эшкәртеүгә тапшыр
Шыршыңды эшкәртеүгә тапшыр

Сүп һауытына ырғытылып, дөйөм сүплеккә барып ятҡан ағас оҙаҡ итеп серей, тирә-яҡ мөхиткә зыян килтерә. Ә акция буйынса тапшырылған ағастар эшкәртеүгә оҙатыла. Улар тапсыҡтарға турала, шунан файҙалы нәмәләр эшләүгә ҡулланыла.

Акция 18–19, 25–26 ғинуарҙа үтә.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас