күрһәтеләсәк документаль фильмда табырһығыҙ.
Картина нигеҙендә – бихисап анализдар һөҙөмтәләре, проект документтары нескәлектәре, билдәле эксперттарҙың фекере. Архитекторҙар, скульпторҙар, проектлаусылар, реставраторҙар, тарихсылар һәйкәлде һаҡлап ҡалыу тураһындағы фекерҙәре менән бүлешә.
«Юғарыла, һәйкәл янында ниндәй тойғолар кисергәнебеҙҙе аңлатып бөтөргөһөҙ. Ижади төркөм үҙ өҫтөнә ниндәй яуаплылыҡ алыуын аңлай. Фильмыбыҙ республика халҡын борсоған ҡатмарлы һорауҙарға яуап бирер, тип ышанабыҙ», – ти фильм авторы, ижади төркөм етәксеһе Гәүһәр Батталова.
Салауат Юлаев ролен билдәле спортсы Эльбрус Ниғмәтуллин башҡара. Фильмды «Самрау» фонды Башҡортостан Башлығы грантына БСТ телеканалы менән берлектә төшөргән.
12+