Беренсе турҙа теоретик белемдәр тикшерелә, иртәгә үтәсәк «Химик шоу» тигән икенсе турҙа тәжрибәләр күрһәтеләсәк.
Олимпиадаға килгән VII синыф уҡыусыһы Динә Йосопова – Әбйәлил районы Асҡар ауылының Таһир Күсимов исемендәге гимназияһынан:
– Беҙҙә әле химия дәресе юҡ, әммә уҡытыусым Нәғимә Исмәғил ҡыҙы Акилова менән айырым шөғөлләндек. Дәрестән тыш түңәрәк эшләһә, тағы ла шәберәк булыр ине, башҡалар ҙа теләп йөрөр ине. Синыфташым Әминә менән икәүләп өйрәндек һәм район этабында ҡатнаштыҡ.
Динә менән бергә килгән Айсар Әхмәтшин Красная Башкирия ҡасабаһының VIII синыфында уҡый. Олимпиадаға ул да ентекле әҙерләнгән.
VI синыф уҡыусылары Амира Сәлимова, Алан Фәйзуллин, Никита Максимов – Стәрлетамаҡ ҡалаһынан. Үҙҙәрендә еңеп, республика этабына килеүҙәренә ҡыуанып бөтә алмайҙар:
– Төрлө химик элементтарҙы өйрәнеү мауыҡтырғыс, дәрестән һуң да рәхәтләнеп белем алабыҙ. Беҙгә айырыуса тәжрибәләр эшләү ныҡ оҡшай, – ти улар.
Үҫмерҙәр олимпиадаһының йомғаҡлау этабы еңеүселәре һәм призёрҙарына Олимпиада хәрәкәте остаздары ассоциацияһының, шулай уҡ олимпиада партнёрҙарының иҫтәлекле бүләктәре тапшырыласаҡ.
Сығанаҡ: “Йәншишмә”.