-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Ғинуар , 20:51

Арыҫлан Сафин кәңәштәре

Арыҫлан Сафин балаларға мәктәптә уҡып йөрөгәндә үк буласаҡ һөнәрҙәрен билдәләп, әҙерләнә башларға кәңәш итә. Арыҫлан үҙе Башҡорт дәүләт аграр университетының өсөнсө курсында уҡып йөрөй.  Үҙмер саҡта мәктәп урмансылыҡтары хәрәкәтендә, урмандарҙы тергеҙеү, тәбиғәтте һаҡлау сараларында әүҙем ҡатнашып йөрөгән.  Университетта ла шуға яҡын факультетты – тәбиғәтте файҙаланыу һәм төҙөлөш факультетын һайлаған, геодезия специальносы буйынса  белем ала.

Арыҫлан Сафин кәңәштәре
Арыҫлан Сафин кәңәштәре

Арыҫлан үҙ тормош тәжрибәһе тураһында Әбйәлил районы Аҫҡар ауылының “Йәшел урман” мәктәп урмансылығы ағзалары менән осрашҡанда уртаҡлашҡан. Ул үҙе лә ошо мәктәпте тамамлаған.

Балаларға ул мәктәп партаһында ултырғанда уҡ буласаҡ һөнәре өсөн кәрәкле белемде туплай башларға, ғәмәли тәжрибә йыйырға кәңәш итә. Ә урман белгесе булып хеҙмәт юлын башлаған йәштәргә тикшеренеү эше менән шөғөлләнергә һәм экологик сарларҙа әүҙем ҡатнашырға тәҡдим итә.

Уҡыусылар өсөн был осрашыу бик файҙалы булғандыр. Өлкән иптәштәре миҫалында улар тармаҡтың үҫкәнен, урман менән бәйле һөнәрҙәр даирәһенең киңәйгәнен күргәндер. Арыҫландың кәңәштәре уларға һөнәр һайлағанда ярҙам итмәй ҡалмаҫ, моғайын.

Сығанаҡ: Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының ВК сәхифәһе.

Арыҫлан Сафин кәңәштәре
Арыҫлан Сафин кәңәштәре
Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас: