+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
24 Ғинуар 2025, 11:25

Өфөлә “АпиГлобал” конгресы бара

Бал төбәге Башҡортостанда умартасыларҙың “АпиГлобал” халыҡ-ара конгресы бара (23 - 25 ғинуар). Өфөгә Ҡытай, Беларусь, Ҡаҙағстан, Грузия һәм башҡа илдәрҙән, Рәсәйҙең 80 төбәгенән умартасылыҡ тармағы эшсәндәре һәм белгестәре йыйылған.

Өфөлә “АпиГлобал” конгресы бараӨфөлә “АпиГлобал” конгресы бара
Өфөлә “АпиГлобал” конгресы бара

“Башҡортостан өсөн бал  – ул тарих, йолалар, мәҙәниәт, иҡтисад... Беҙҙең республика Ватан умартасылыҡ тармағы алдынғыһы булды һәм булып ҡала. Беҙҙә 12 меңләп умартасы, 275 мең ҡорт күсе бар. 2024 йылда беҙ 5 мең тоннанан ашыу тауар балы етештергәнбеҙ – был дөйөм Рәсәй күләменең ундан бер өлөш тиерлек һәм Волга буйы федераль округының өстән бер өлөшө самаһы”, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров   халыҡ-ара конгрестың пленар ултырышындағы сығышында.

Республика етәксеһе махсус хәрби операция ҡатнашыусыларына  ярҙамдары өсөн умартасыларыбыҙға рәхмәт белдерә. Дөйөм көс менән улар яугирҙәргә 5 тоннанан ашыу бал оҙатҡан.

“Торатау” конгресс-холындағы ҡаҙаныштар һәм эшләнмәләр күргәҙмәһендә 56 стенд эшләй.

М. Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһының 3-сө физтех синыфы уҡыусыһы Асҡар Монасипов  “Аҡыллы умарта” тигән ҡулайлама эшләгән һәм Башҡортостан Башлығына  уның нисек эшләгәнен һөйләгән. Проект умарталағы бал ҡорттарының йәшәү шарттары тураһында мәғлүмәттәр биреп тора.

Сығанаҡ: Башинформ.

Өфөлә “АпиГлобал” конгресы бара
Өфөлә “АпиГлобал” конгресы бара
Өфөлә “АпиГлобал” конгресы бара
Өфөлә “АпиГлобал” конгресы бара
Өфөлә “АпиГлобал” конгресы бара
Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас