-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Ғинуар , 10:56

Ғафуриҙар грантлы булған

Ғафури районы “Мәҙәни һынылыш” (“Культурный прорыв”)  фондының “Шайморатовсылар – буласаҡ Рәсәй һаҡсылары” проекты Президент гранты фондының еңеүсеһе булған.

Ғафуриҙар грантлы булған
Ғафуриҙар грантлы булған

Проект Еңеүҙең 80 йыллығына һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы менән  уның легендар командиры, Рәсәй Геройы генерал Миңлеғәле Шайморатовтың тарихын өйрәнеүгә, иҫтәлеген һаҡлауға арналған. Ул йәш быуында илһөйәрлек, тарихҡа, хәрби йолаларға ихтирам тәрбиәләүгә ҡоролған.

Проект сиктәрендә “Шайморатовсылар” кабинеты булдырыласаҡ, Н.А. Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт интернат-гимназияһының  7-се “Шайморатовсылар” синыфы уҡыусылары өсөн парад һәм ялан формаһы комплекттары һатып алынасаҡ. Хәрби-тарихи йыр ярыштары, хәрби спорт уйындары, батырлыҡ дәрестәре, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар менән осрашыуҙар буласаҡ.

Проект командаһына афарин!  Уңышлы эштәр!

Сығанаҡ: Ғафури районы хакимиәтенең ВК сәхифәһе.

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас: