-7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Ғинуар , 12:34

9-сы синыфтарға ҡағыласаҡ

Февралдә Дәүләт Думаһы 9-сы синыфтан һуң дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы ҡағиҙәләрен үҙгәртеү мәсьәләһен ҡараясаҡ.

9-сы синыфтарға ҡағыласаҡ
9-сы синыфтарға ҡағыласаҡ

Ике өҫтәмә предмет буйынса аттестацияны бөтөрөргә итәләр. Рус теле менән математиканан ғына имтихан ҡалыр, моғайын. Был уҡыуын техникумда йә колледжда дауам итергә йыйынған уҡыусыларға ҡағыласаҡ.

Пилот проекты Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Ростов, Төмән өлкәләрендә, Төньяҡ Осетия-Аланияла һыналасаҡ.

Тәжрибә үҙен аҡлаһа, тотош илгә таратасаҡтар.

Былтырғы уҡыу йылында Башҡортостанда 51,3 мең уҡыусы 9-сы синыфта дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы үткән.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас: