+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
29 Ғинуар 2025, 14:45

Бүләккә саңғы

Баймаҡ районы Үрге Яйыҡбай ауылы балаларына бер яугир саңғылар бүләк иткән. Махсус хәрби операцияла йөрөгән батыр үҙе лә ҡасандыр ошо мәктәптә уҡыған. Уның бер теләге булған: тыуған мәктәбенә нисек тә ярҙам итеү.

Бүләккә саңғыБүләккә саңғы
Бүләккә саңғы

Бына форсаты сығыу менән ул балаларға өр-яңы саңғылар һатып алып биргән. Социаль селтәрҙәрҙә яҙыуҙарынса, балалар бик ҡыуанған. Яҡшы кеше ҡайҙа ла яҡшылыҡ ҡылып йөрөй шул ул.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас