-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Ғинуар , 13:57

Арғаяш районында медицина синыфтары асыла

Арғаяш районы етәкселеге менән Башҡорт дәүләт медицина университеты вәкилдәре осрашып Арғаяшта медицина синыфтары асыу проекты тураһында фекер алышҡан. Бындай эш Башҡортостандан ситтә, төбәк-ара хеҙмәттәшлек сиктәрендә, тәүләп ойошторола. Маҡсаты  – табип һөнәренә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү һәм кадрҙар резервы булдырыу.

Арғаяш районында медицина синыфтары асыла
Арғаяш районында медицина синыфтары асыла

Профилле уҡытыу маҡсатында химия, биология, физика һәм генетика дәрестәрен республиканың медицина университеты уҡытыусылары дистанцион рәүештә алып барасаҡ.

«Медицина синыфтарының Башҡорт дәүләт медицина институтының элекке ректоры Зәйнулла Ихсановтың тыуған төйәгендә асылыуы символик мәғәнәгә эйә һәм бик мөһим. Зәйнулла Ихсанов Арғаяш районының Мәтәле ауылында тыуып үҫкән,  Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлауҙы һәм юғары мәктәпте ойоштороуға ҙур өлөш индергән. Юғары уҡыу йорто ректоры Валентин Павловҡа һәм район башлығы Игорь Ишимовҡа проектҡа ярҙамдары өсөн рәхмәт белдерәм», – тигән Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге вәкиле Әлфир Байымов.

Арғаяш районында медицина синыфтары асыла
Арғаяш районында медицина синыфтары асыла
Арғаяш районында медицина синыфтары асыла
Арғаяш районында медицина синыфтары асыла
Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас: