-7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Ғинуар , 22:00

Башҡортостан уҡыусылары Еңеү парадында ҡатнаша ала

Башҡортостан уҡыусыларының 9 майҙа Мәскәүҙә үтәсәк юбилей Еңеү парадында ҡатнашыу мөмкинлеге бар. Бының өсөн “Бөйөк Еңеү” тигән бөтә донъя олимпиадаһында ҡатнашып еңеүсе булыу шарт.

Башҡортостан уҡыусылары Еңеү парадында ҡатнаша ала
Башҡортостан уҡыусылары Еңеү парадында ҡатнаша ала

Олимпиада өс этапта була, беренсе этабы 25 февралдә башлана. Балалар тест үтеп, махсус заданиелар үтәп, ХХ быуат тарихын белеүҙәрен күрһәтергә тейеш. Ҡатнашырға теләүселәр pobeda.may9.ru  сайтында теркәлә.

Олимпиаданың финалы 6 майҙа Мәскәүҙә үтә. Еңеүселәрҙе Еңеү парадына саҡырасаҡтар, финалға сыҡҡандарға иҫтәлекле приздар һәм бүләктәр ҙә буласаҡ.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас: