-7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Ғинуар , 20:50

Эх тиһәң дә, эш үткән шул

Бер ҡыҙыҡай әсәһен 400 мең һумдан ҡолаҡ ҡаҡтырған. Өфө мәктәптәренең береһендә уҡып йөрөгән 12 йәшлек был ҡыҙ әсәһенең берҙән-бер балаһы булған. Поликлиникала регистратурала эшләп йөрөгән ханым баланы яңғыҙы ғына үҫтергән.  

Эх тиһәң дә, эш үткән шул
Эх тиһәң дә, эш үткән шул

Ҡыҙыҡай Roblox  платформаһында уйнаған.Көндәрҙән-бер көндө әсәһе кухняла киске аш бешереп йөрөгән, ҡыҙы баяғы уйынында ултырған. Шул саҡ бер уйынсы ҡыҙға түләүһеҙ робакс тәҡдим иткән. Робакс – платформалағы уйын валютаһы.

Виртуаль дуҫ  ябай ғына шарт ҡуйған: әсәһенең мобиль телефонын алырға ла банк ҡушымтаһына инергә. Артабан нишләргә икәнен өйрәткән, кодтарҙы ла хәбәр итергә ҡушҡан. Ҡыҙ шатланып риза булған.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аҙағы күңелһеҙ бөткән: ни робакстар юҡ, ни әсәһе 400 мең һумлап аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан.

Виртуаль донъяла һаҡ булырға кәрәклеген белмәһәң, тишек шоманға ултырып ҡалаһың. Телефонда, компьютерҙа уғрылар эш иткәнен инде бөтә үтектәрҙән дә һөйләп торалар, тик кейеҙ ҡолаҡтар һаман ишетмәй.

Башинформ материалдары ҡулланылды.

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас: