-7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Ғинуар , 18:29

Шанлы йылдар, данлы юлдар онотолмаҫ

Быйыл Бөйөк Еңеүгә 80 йыл  тула. Рәсәй Президенты В.В. Путин 2025 йылды Ватанды һаҡлаусы йылы тип иғлан итте. Ул Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына бағышлана. Был датаға теүәл 100 көн ҡалды. 

Шанлы йылдар, данлы юлдар онотолмаҫ
Шанлы йылдар, данлы юлдар онотолмаҫ

Ватанды һаҡлаусы йылының логотибы раҫланған. Унда Волгоградтағы Мамаев ҡурғанында торған мәшһүр “Ватан-әсә саҡыра!” монументы һүрәтләнгән, эмблемала шулай уҡ Георгий таҫмаһы, “Победа!” һүҙе, “80” һаны бар.

Яҙмыштарҙы, ҡоролоштарҙы ғына түгел, кешелек тарихын, донъя картаһын үҙгәрткән ваҡиға була ул Бөйөк Ватан һуғышы. Йәш совет иле, уның илһөйәр халҡы баштан-аяҡ ҡоралланған нацист Германияһы ғәскәрҙәренә ҡаршы тора.

1418 көн һәм төн. Шунса дауам итә ҡан ҡойғос һуғыш. Ҡәҙимге кешеләр һуш киткес  батырлыҡтар күрһәтә, әҙәм күтәрмәҫ ауырлыҡтарҙы  еңеп сыға. Бәһлеүәндәй еңеүсе халыҡ булып таныла совет халҡы.  Уның ҡаһарманлығын онотоу мөмкин түгел. Еңеүселәрҙең лайыҡлы вариҫтары бөгөн дә илебеҙҙең азатлығын, үҙаллылығын яҡлап алыша.

Бөгөндән башлап Еңеүҙең 80 йыллығына бағышланған мәҡәләләребеҙ, хәбәрҙәребеҙ һеҙҙе 1941–1945 йылғы шанлы ваҡиғалар һәм данлы батырҙар, тыл эшсәндәренең фиҙакәр ҡаҙаныштары  менән таныштыра барыр.  

Һүрәттәрҙә: Өфөнөң И.В.Максимча исемендәге 53-сө белем биреү үҙәгенең 8-се “К” синыфы уҡыусылары контр-адмирал М.И. Бакаев исемендәге Өфө ҡала балалар диңгеҙ үҙәгендә “Ҡаһарман ҡырҡынсылар” музей программаһын ҡарай. Музейға Бөйөк Ватан һуғышы яуҙарының яландарында табылған экспонаттар, һалдаттарҙың шәхси әйберҙәре, архив документтары ҡуйылған.

Һүрәттәр: И.В.Максимча исемендәге 53-сө белем биреү үҙәге.

Шанлы йылдар, данлы юлдар онотолмаҫ
Шанлы йылдар, данлы юлдар онотолмаҫ
Шанлы йылдар, данлы юлдар онотолмаҫ
Шанлы йылдар, данлы юлдар онотолмаҫ
Шанлы йылдар, данлы юлдар онотолмаҫ
Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас: