Башҡорт алфавиты хәрефтәренең ҡайһы бер шрифтарҙа ғына булыуы уңайһыҙлыҡтар килтерә ине. Яңы шрифтар башҡорт типографикаһының элекке проблемаларын хәл итә.
Бынан ары матбуғат баҫмалары, нәшриәттәр, веб-эшләнмәселәр, UI/UX-дизайнерҙар һәм башҡалар матур-матур шрифттарҙы үҙ эшендә иркенләп ҡулланыр.
Шрифтарҙы Фонд сайтында йә телеграм-боттан йөкләргә була. Телеграм-боттың һылтанмаһы ла шул сайтта тора.
Сығанаҡ: Башинформ.