-7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Ғинуар , 15:28

«ӘР-РӘХИМ» МӘСЕТЕ МАНАРАЛАРЫНДА ТӨҘӨЛӨШ ТАМАМ

Бөгөн, изге йома иртәһендә, Өфөлә Радий Хәбиров «Әр-Рәхим» мәсетендәге төҙөлөш барышы менән танышты. Бында манараларҙы биҙәп бөткәндәр. Туҡтап ҡалған төҙөлөш Радий Хәбиров 2023 йылдың сентябрендә үткәргән эш кәңәшмәһенән һуң урынынан ҡуҙғалғайны. Белгестәр объектты һәр яҡлап тикшергән, баһалаған. 2024 йылдың апрелендә төбәк етәксеһе мәсет төҙөлөшөнөң тергеҙелеүе тураһында хәбәр итте.

«ӘР-РӘХИМ» МӘСЕТЕ МАНАРАЛАРЫНДА ТӨҘӨЛӨШ ТАМАМ
«ӘР-РӘХИМ» МӘСЕТЕ МАНАРАЛАРЫНДА ТӨҘӨЛӨШ ТАМАМ

Киләһе аҙым – иман йортоноң ҡыйығын ремонтлау, фасадты көпләү. Барлыҡ кәрәкле тикшереүҙәр башҡарылған, техник ҡарарҙар ҡабул ителгән.

Артабан киләһе йылда эске биҙәү эштәренә тотонорға ниәтләйҙәр.

Башҡортостан Башлығы  «Әр-Рәхим» мәсетенең эштәр оҙаҡҡа туҡталып торған иң ҡатмарлы объекттарҙың береһе булыуын билдәләне.

«Төҙөлөштө туҡтатмау мөһим, халыҡ алға барыуыбыҙҙы күрергә тейеш. Алла ярҙамы менән барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Беҙгә ярҙам иткәндәргә рәхмәт», – тине Радий Хәбиров.

 

«ӘР-РӘХИМ» МӘСЕТЕ МАНАРАЛАРЫНДА ТӨҘӨЛӨШ ТАМАМ
«ӘР-РӘХИМ» МӘСЕТЕ МАНАРАЛАРЫНДА ТӨҘӨЛӨШ ТАМАМ
«ӘР-РӘХИМ» МӘСЕТЕ МАНАРАЛАРЫНДА ТӨҘӨЛӨШ ТАМАМ
«ӘР-РӘХИМ» МӘСЕТЕ МАНАРАЛАРЫНДА ТӨҘӨЛӨШ ТАМАМ
«ӘР-РӘХИМ» МӘСЕТЕ МАНАРАЛАРЫНДА ТӨҘӨЛӨШ ТАМАМ
«ӘР-РӘХИМ» МӘСЕТЕ МАНАРАЛАРЫНДА ТӨҘӨЛӨШ ТАМАМ
«ӘР-РӘХИМ» МӘСЕТЕ МАНАРАЛАРЫНДА ТӨҘӨЛӨШ ТАМАМ
«ӘР-РӘХИМ» МӘСЕТЕ МАНАРАЛАРЫНДА ТӨҘӨЛӨШ ТАМАМ
Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас: