Камиләнең шиғыры номинация еңеүсеһе булды. Ул үҙе Учалы районы Миндәк ауылынан килгән. Миндәктәге 7-се урта мәктәптең 8-се синыфында уҡый. Етәксеһе – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мөнир Ишкен улы Иҡсанов.
Мөнир Иҡсанов – башҡорт әҙәбиәтен һөйөүселәргә билдәле исем. Уның туған тел, мәҙәниәт, халыҡ яҙмышы тураһындағы уйҙар, илһөйәрлек рухы менән һуғарылған шиғырҙары матбуғат баҫмаларында донъя күреп тора. Уҡыусыларының һәләттәрен үҫтереүгә бөтә тырышлығын һалыуы ла ғәжәп түгел. Һөҙөмтәлә, Мөнир Ишкен улының уҡыусыһы шиғыр ярышында беренселекте алды. Камиләнең шиғыры “Шағир ижады” тип башлана һәм унда Рауил Бикбаев шиғриәтенә һылталмалар байтаҡ.
“Халҡыма хат” номинацияһы призеры Хөсәйенов Инсаф Әбйәлил районы Байым мәктәбе филиалы Рәхмәт мәктәбенең 8-се синыфында уҡый. Етәксеһе – Венера Мөдәрис ҡыҙы Сәйетғәлина. Инсафтың шиғыры “Шағир Рауил Бикбайға эйәреп” тип атала. Унда ла иғтибарҙы тартырҙай фекерҙәр бар. Автор телебеҙ яҙмышы өсөн борсолоп яҙа.
Жюри ағзаһы яҙыусы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина ошо ике баланың шиғырына юғары баһа ҡуйҙы, әммә уларға әле эшләргә лә эшләргә, шулай уҡ әле еңгән шиғырҙарын да ныҡ шымартырға кәрәклеген билдәләне.
Фото: “Халҡыма хат” номинацияһы еңеүсеһен һәм призерҙарын наградлау. Һулдан өсөнсө – Камилә Мәхмүтова, урталағы егет – Инсаф Хөсәйенов.
Әлфиә Аҡбутина.