Сипайлово биҫтәһендәге “Сәләм” балалар-үҫмерҙәр үҙәгендә шаулап-гөрләп “Ҡурай тураһында легенда” спектакленең премьераһы үтте. Бер нисә көн буйы барған тамашаны биҫтәлә йәшәгән 1800-ҙән ашыу уҡыусы ҡараған. Йәш артистар 141-се мәктәптең “Талант” балалар коллективында шөғөлләнә. Улар сәхнәлә ҡыҙыҡлы образдар ижад иткән. Илһамланып уйнанылар, башҡорт халҡының тарихын һәм мәҙәниәтен күрһәтеүгә өлгәштеләр.
Премьера тамашаларының һуңғыһы 30 ғинуарҙа үтте. Был көндө проект командаһы үҙ эшенә йомғаҡ та яһаны. БР Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Эльмира Саматова йәш коллективтың актерлыҡ оҫталығына маҡтау һүҙҙәре әйтте. Республика Уҡыусы йәштәр мәҙәни үҙәге методисы Лидия Перлова мәктәп театрының ижади һәләттәрҙе асыуын, уҡыусыларҙың рухи-әхләҡи үҫешенә булышлыҡ итеүен билдәләне. Эксперттар проектты юғары баһаланы.
141-се мәктәптең Светлана Байғужина етәкселек иткән “Талант” балалар коллективына рәхмәт хаттары һәм бүләктәр тапшырылды.
Проект Мәҙәни башланғыстар буйынса Президент фонды булышлығында тормошҡа ашырылған.
Сығанаҡ: 141-се мәктәптең ВК төркөмө.