Башҡорт әҙәбиәте классигы, егермеләгән роман, унлаған хикәйә-повесть авторы Яныбай Хамматовтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы Өфөнөң 161-се лицейында төрлө саралар үткән.
6-сы, 8-се синыф уҡыусылары туған әҙәбиәт дәресендә күренекле башҡорт яҙыусыһының тормош юлы һәм ижады менән танышҡан, “Төньяҡ амурҙары” һәм “Салауат” тарихи романдарынан өҙөктәр уҡыған, “Төньяҡ амурҙары” йәнһүрәтен ҡараған. 7-се синыф уҡыусылары “Бөртөкләп йыйыла алтын” тигән әҙәби уйында ҡатнашҡан.
Сығанаҡ: 161-се лицейҙың ВК төркөмө.