Учалы ҡалаһында Башҡортостандың халыҡ артисы, танылған диктор Әхәт Мортазин иҫтәлегенә ойошторолған "Диктор тауышы" төбәк-ара конкурсы эшләне. Конкурсҡа 100 эш килгән. Уларҙың иң-иңдәре һайлап алынған.
6 февраль – Әхәт Мотаһар улының тыуған көнө. Йомғаҡлау һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы нәҡ ошо көнгә тап килтереп үткәрелде.
Сараға 9-сы полилингваль мәктәп ныҡлы әҙерләнгән. Был көндө журналистар оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Конкурста ҡатнашыусылар Әхәт Мортазиндың тормош юлы һәм ижады менән танышты. Жюри еңеүселәрҙе асыҡланы.
Ярыш бик һәләтле балалар барлығын күрһәтте.
Еңеүселәр:
Әбйәлил районы Хәлил мәктәбенең 4-се синыф уҡыусыһы Линар Муралиев менән Дыуандан Тимер Йосопов исемендәге Республика лицей-интернаты уҡыусыһы Айгүзәл Аслыева 2025 йылғы “Диктор тауышы” бәйгеһендә 1-се урынды яуланы.
2-се урында – Өфөнән Фатима Сынбулатова һәм Учалынан Илнара Әбдрәхимова.
3-сө урынды Дыуан районы уҡыусылары Әмирә Буранғолова, Ильяс Байышев һәм Стәрлетамаҡтан Алина Ҡоҙаҡаева яуланы.
Видеояҙмаларҙа: Тимер Йосопов исемендәге Республика лицей-интернаты уҡыусыһы Ильяс Байышев; шул уҡ мәктәптән Айгүзәл Аслыева.