+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
6 Февраль 2025, 09:28

Хәүефһеҙлек – үҙебеҙҙең ҡулда

Һуңғы осорҙа илебеҙҙә балалар ғүмерен һаҡлау мәсьәләһе тәүге урынға сыҡты. Хәүеф-хәтәрҙәр бер кемде аямай. Әленән-әле янғын сыға, башҡа бәләләр һәр беребеҙҙән уяулыҡ, әҙерлек талап итә.  Хәүефһеҙлек мәсьәләһе – етди һәм яуаплы. Ошо йәһәттән 30  ғинуар көнө  Байназар мәктәбендә  Яуымбай, Мораҙым, Мәһәҙей филиалдары ҡатнашлығында "Хәүефһеҙлекте һаҡлау, террорға ҡаршы тороу, яуаплылыҡ тойоу буйынса педагогик һәм техник хеҙмәткәрҙәрҙе  уҡытыу һәм уларға ғәмәли күнекмәләр үткәреү " темаһына семинар үтте.  Ул районда тәүгә яңыса форматта ойошторолдо.  Һуңғы осорҙа илебеҙҙә балалар ғүмерен һаҡлау мәсьәләһе тәүге урынға сыҡты. Хәүеф-хәтәрҙәр бер кемде аямай. Әленән-әле янғын сыға, башҡа бәләләр һәр беребеҙҙән уяулыҡ, әҙерлек талап итә.  Хәүефһеҙлек мәсьәләһе – етди һәм яуаплы. Ошо йәһәттән 30  ғинуар көнө  Байназар мәктәбендә  Яуымбай, Мораҙым, Мәһәҙей филиалдары ҡатнашлығында "Хәүефһеҙлекте һаҡлау, террорға ҡаршы тороу, яуаплылыҡ тойоу буйынса педагогик һәм техник хеҙмәткәрҙәрҙе  уҡытыу һәм уларға ғәмәли күнекмәләр үткәреү " темаһына семинар үтте.  Ул районда тәүгә яңыса форматта ойошторолдо. 

Хәүефһеҙлек – үҙебеҙҙең ҡулдаХәүефһеҙлек – үҙебеҙҙең ҡулда
Хәүефһеҙлек – үҙебеҙҙең ҡулда

Сараны асып, Байназар мәктәбе директоры Йәмил Ҡотлобаев, Бөрйән район хакимиәтенең граждандар оборонаһы, терроризм һәм экстремизмға ҡаршы, ғәҙәттән тыш хәлдәр  буйынса  бүлек мөдире Әмир Шаһивәлиев сараның маҡсаты, әһәмиәте тураһында һөйләне.
Артабан мәктәптең административ-хужалыҡ эштәре буйынса директор урынбаҫары Әбүзәр Ураҙғолов һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре  һәм Ватанды  һаҡлау фәне уҡытыусыһы Илдус Кинйәбулатов хеҙмәткәрҙәрҙе сара программаһы, эш тәртибе  менән таныштырҙы.
Шунан  тәүге ярҙам күрһәтеү буйынса Байназар участка амбулаторияһы  табибы Әлфинә Ишбулатова ауыр хәлгә тарыған кеше тын ала алмаған, йөрәге туҡтаған осраҡта яһалма тын алдырыу, йөрәккә массаж эшләү алымдарын манекенда эшләп күрһәтте. Хеҙмәткәрҙәр төрлө хәлдәргә осрағанда ниндәй ярҙам күрһәтеү тураһында һорауҙарына яуап алды.
Шунан "Мәктәп персоналын янғын хәүефһеҙлегенә өйрәтеү" темаһына күстек. Янғын сыҡҡанда балаларға тиҙ арала ярҙам күрһәтеү, янғынды һүндереү, янғын ваҡытында мәктәптәге янғын крандары һәм ут һүндереү ҡорамалдары менән  эш итеү тураһында 73-сө район янғын һүндереү участкаһының ҡарауыл начальнигы Фәйез Сәйетбатталов менән янғын һүндереүсе Наил Ғәзизов, автоматик янғын сигнализацияһы, "Хәүеф төймәһе" һәм электр хәүефһеҙлеге буйынса  "Иманлы йорт" ойошмаһы етәксеһе Рәмил Ишемғужин хеҙмәткәрҙәргә һөйләне, ғәмәли дәрес-күнекмәләр үткәрҙе.
   Теманы дауам итеп, район хакимиәтенең бүлек мөдире Әмир Шаһивәлиев мәктәпте террорға ҡаршы һаҡланыу саралары менән тәьмин итеүҙең мөһимлеген, белем усаҡтарында эшләүсе хеҙмәткәрҙәрҙең балаларҙың ғүмере һәм һаулығы өсөн яуаплы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.     
      – Мәктәптәрҙә видеокүҙәтеү, тауышлы хәбәр иткес (речевое оповещение), хәүеф төймәләре бар. Әммә ваҡыт үтә, ул ҡорамалдар, бигерәк тә  видеокамералар модернизациялау һәм хеҙмәтләндереү талап итә. Балалар менән күнекмәләрҙе, инструктаж кеүек иҫкәртеү сараларын  даими үткәреп тороу мөһим, балаларҙың тәртибенә иғтибарлы булырға, айырыуса социаль селтәрҙәрҙе мониторингларға, тикшереп торорға һәм анализларға кәрәк. Хәүеф эргәлә генә йөрөгәнен онотмайыҡ! Берҙәм ҡотҡарыу хеҙмәте номерҙарын һәр кем иҫендә тотһон ине, – тине ул һүҙен йомғаҡлап.
Уҡыуҙа ҡатнашҡан хеҙмәткәрҙәр,  был әһәмиәтле сарала бик күп кәрәкле мәғлүмәт алыуҙарына, файҙалы күнекмәләр үтеүҙәренә ҡыуанып, ойоштороусыларға рәхмәт белдерҙе. Улар үҙҙәрен ысын ҡотҡарыусы итеп хис итеү мөмкинлегенә эйә булды.

Сәйҙә СӘЙӘХОВА,
хәбәрсе.

Бөрйән районы Байназар ауылы.

Хәүефһеҙлек – үҙебеҙҙең ҡулда
Хәүефһеҙлек – үҙебеҙҙең ҡулда
Хәүефһеҙлек – үҙебеҙҙең ҡулда
Хәүефһеҙлек – үҙебеҙҙең ҡулда
Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас