+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
10 Февраль 2025, 06:49

Башҡортостан делегацияһының Беларусҡа сәфәре

Үткән аҙна Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы Беларусь Республикаһында йөрөп ҡайтты. Сәфәр иҡтисад һәм сәнәғәт, гуманитар һәм туристик өлкәләрҙәге хеҙмәттәшлекте киңәйтеү маҡсатын ҡуйғайны. Радий Хәбиров билдәләүенсә, Башҡортостан өсөн Беларусь – тышҡы иҡтисади партнёр ғына түгел, уларҙы оҙайлы туғанлыҡ мөнәсәбәттәре лә бәйләй.

Башҡортостан делегацияһының Беларусҡа сәфәреБашҡортостан делегацияһының Беларусҡа сәфәре
Башҡортостан делегацияһының Беларусҡа сәфәре

Эш сәфәре сиктәрендә Башҡортостан Башлығы менән Беларусь Республикаһы Президенты Александр Лукашенконың осрашыуы булды. Унда хеҙмәттәшлекте үҫтереү сараларының үтәлешен тикшерҙеләр, яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу тураһында килештеләр.

– Башҡортостан – беҙҙең өсөн Рәсәйҙең бик мөһим төбәге. Беренсенән, үҫешкән, алдынғы республика. Икенсенән, Рәсәйҙең Европа биләмәһендәге үҙәге һәм, һеҙҙә эшләйбеҙ икән, күрше төбәктәрҙә лә эшләйәсәкбеҙ, тип иҫәпләргә мөмкин, – тине Александр Лукашенко.

Радий Хәбиров менән Александр Лукашенко, 2021 йылдың ҡышында осрашып, берлектәге эштең төп йүнәлештәрен билдәләгәйне. Ошо ваҡыт эсендә яҡтар тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырған, бер-береһенең мөмкинлектәрен өйрәнгән, бәйләнештәрҙе яйға һалған.

Радий Хәбиров шулай уҡ Беларусь Президентын 2025 йылдың ғинуарында үткән һайлауҙа еңеүе менән ҡотланы һәм был ваҡиғаның Беларусь өсөн генә түгел, ике дәүләт өсөн дә бик мөһим булыуын билдәләне.

Сығанаҡ: Башҡортостан Башлығының рәсми сайты.

Башҡортостан делегацияһының Беларусҡа сәфәре
Башҡортостан делегацияһының Беларусҡа сәфәре
Башҡортостан делегацияһының Беларусҡа сәфәре
Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас