+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
12 Февраль 2025, 06:31

Бөгөн Рәми тыуған көн

Бөгөн мәшһүр шағирыбыҙ Рәми Ғарипов тыуған көн. Ул 1932 йылдың 12 февралендә Салауат районы Арҡауыл ауылында донъяға килгән. Ауылында ете синыфты уҡып бөткәс, Өфөләге 9-сы урта мәктәпкә килә (хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты).

Бөгөн Рәми тыуған көнБөгөн Рәми тыуған көн
Бөгөн Рәми тыуған көн

Бөгөн мәшһүр шағирыбыҙ Рәми Ғарипов тыуған көн. Ул 1932 йылдың 12 февралендә Салауат районы Арҡауыл ауылында донъяға килгән. Ауылында ете синыфты уҡып бөткәс, Өфөләге 9-сы урта мәктәпкә килә (хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты).

Мәскәүҙә Әҙәби институт тамамлағас, республика матбуғат баҫмаларында эшләй.

Халҡы өсөн ул әҙәби ижады менән айырыуса ҡәҙерле һәм баһалы.  Рәми Ғарипов – Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы лауреаты.

1977 йылдың 20 февралендә вафат була.

Фотола – Рәми Ғарипов Рафиҡ Сәлмәнов менән. Рафиҡ Сәлмәнов – әҙиптең шиғырҙарына тәүге булып йыр  яҙған композитор. Был ике ижадсының төрлө йылдарҙа сыҡҡан йырҙары: “Хушлашыу”,  “Дан һиңә, дан, Башҡортостан!”, “Онотмайым”, “Көнләшмә”, “Саған”, “Минең йондоҙом”, “Именлек ораны”, “Шофер йыры”, “Туй йыры”, “Умырзая йыры”, “Һабантурғай йыры”, “Салауаттар”. Шағирҙың вафатынан һуң Рафиҡ Сәлмәнов уның иҫтәлегенә “Рәми” тигән вальс яҙа.

***

Дан һиңә, дан Башҡортостан!

 Күк Уралдың иркен күкрәгендә
 Азат шоңҡар ғорур осҡанын
 Ҡарайым мин сикһеҙ шатлыҡ менән:
 Дан һиңә, дан, Башҡортостаным!
 Егет ҡулы тейһә, ер майы ла
 Ете ҡаттан ата фонтанын.
 Ҡотлайым мин халҡым егетлеген:
 Дан һиңә, дан, Башҡортостаным!
 Тупрағы ла алтын тыуған ерҙең,
 Ҡулдарында булһа оҫтаның.
 Ҡыҫайым мин оҫта ҡулдарыңды:
 Дан һиңә, дан, Башҡортостаным!

Рәми ҒАРИПОВ.

***

Башинформ мәғлүмәттәре файҙаланылды.

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас