+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
14 Февраль 2025, 09:34

“АСЫШ” медиаконкурсына йомғаҡ яһалды

Исмәғил Тасимов исемендәге “АСЫШ” медиаконкурсы балаларҙы фәнгә ылыҡтырыу, тикшеренеү менән шөғөлләнергә, халыҡ алдына сығып, проекттарын яҡларға өйрәтеү маҡсатын ҡуйған. Уны “Бишек” ойошмаһы менән “Тамыр” телеканалы Башҡортостан Башлығы грантына ғәмәлгә ашырған.

“АСЫШ” медиаконкурсына йомғаҡ яһалды“АСЫШ” медиаконкурсына йомғаҡ яһалды
“АСЫШ” медиаконкурсына йомғаҡ яһалды

Исмәғил Тасимов исемендәге “АСЫШ” медиаконкурсы балаларҙы фәнгә ылыҡтырыу, тикшеренеү менән шөғөлләнергә, халыҡ алдына сығып, проекттарын яҡларға өйрәтеү маҡсатын ҡуйған. Уны “Бишек” ойошмаһы менән “Тамыр” телеканалы Башҡортостан Башлығы грантына ғәмәлгә ашырған.
Медиаконкурста республика мәктәптәренең 5–10-сы синыф уҡыусылары ҡатнашты. Беренсе этапта геология экология, биология, химия, физика йә астрономия буйынса ғилми эшмәкәрлек тураһында видеояҙмалар ҡаралды. Икенсе этапҡа үтеүселәр Өфөгә Йәш тикшеренеүселәр форумына саҡырылды. Улар комиссия һәм йыйылыусылар алдында эштәрен яҡланы.
Бөгөн эксперттарҙың эше ҡатмарлы булды. Улар биш номинацияла еңеүселәрҙе асыҡланы.
Бына номинациялар һәм еңеүселәр:
Кеше һәм донъя. Әмир Ибраһимов, 93-сө физика-математика лицейы, Өфө.
Кеше һәм сәләмәтлек. Камила Солтанова. “Эколог” экология-биология үҙәге, Өфө.
Кеше һәм тәбиғәт. Булат Яхин, 161-се лицей, Өфө.
Кеше һәм ер. Эмиль Саҙрисламов, 34-се мәктәп, Өфө.
Кеше һәм техника. Рәми Ғарипов исемендәге Республика башҡорт гимназия-интернатынан бер төркөм уҡыусылар.


Жюри абсолют еңеүсене билдәләне. Ул – 93-сө физика-математика лицейы уҡыусыһы Әмир Ибраһимов.


Әлбиттә, һәр номинацияла призлы урындар һәм махсус приз алыусылар ҙа булды.
Һәр ҡатнашыусыға маҡтау ҡағыҙы, бүләк тапшырылды. Уларҙы конкурсҡа әҙерләгән уҡытыусылар һәм етәкселәр шулай уҡ рәхмәт хаттары менән билдәләнде.

Әлфиә Аҡбутина.

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас