Өфөнөң Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатында Ватандан ситтә хеҙмәт бурысын үтәгән рәсәйҙәрҙе иҫкә алыу көнөнә бағышланған сара үтте. Гимназияға Росгвардия шефлыҡ итә, шуға Өфөнөң, Стәрлетамаҡтың, Дүртөйлөнөң Росгвардия кадет синыфтарынан да ҡунаҡтар килеүе бер ҙә ғәжәп булманы.
Сараға юғары дәрәжәле ҡунаҡтар, шулай уҡ МХО ҡатнашыусылары ла килде.
15 февраль – иҫтәлекле көн, сөнки был көндө совет ғәскәрҙәре Афғанстандан сығарыла башлаған. Тора-бара ул Тыуған илгә сит илдәрҙә тоғро хеҙмәт иткән яугирҙәрҙе иҫкә алыу көнө булып киткән.
Сарала ветерандарға һәм кадеттарға наградалар тапшырылды.
Стәрлетамаҡтың 23-сө полилингваль күп профилле мәктәбенең 8-се синыф уҡыусыһы Илнар Мөхәмәтйәнов, мәҫәлән, отличноға уҡыуы һәм сафта йөрөү оҫталығы менән айырылған. Ул киләсәктә хәрби булырға хыяллана.
Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге гимназияның 10-сы синыф уҡыусыһы Вилена Ғәлина – махсус хәрби операция барышында һәләк булған яугирҙең ҡыҙы. Атаһы Александр Доставалов исемендәге батальонда хеҙмәт иткән. Батырлыҡ ордены менән наградланған. МХО-ла ҡыйыу яугир ярҙамсыл дуҫ та булған, ҡурайҙа, баянда уйнап, йыш ҡына хеҙмәттәштәренең күңелен күтәргән. Был турала уның ғаиләһен күреп китергә килеүсе хеҙмәттәштәре һөйләгән.
Өлкән быуын ҡунаҡтар йәш быуындың лайыҡлы алмаш булып үҫеп килеүенә, илһөйәрлегенә шатлана һәм киләсәктә Ватанды һаҡлай алырына ныҡлы ышана.
Башинформ фотолары һәм мәғлүмәттәре файҙаланылды.