-4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Февраль , 16:31

Шәп бүләктәр кемдәргә эләгер? Иртәгә "Сәләм"де ҡарағыҙ!

Иртәгә, 18 февралдә, БСТ телеканалында иртәнге “Сәләм” шоу-тамашаһын ҡарарға онотомағыҙ, сөнки унда республика гәзит-журналдарын алдырыусылар, шул иҫәптән “Аманат” журналына яҙылыусылар өсөн мөһим сара – тура эфирҙа  ПРИЗДАР УЙНАТЫУ була.

Матбуғат дуҫтарының квитанциялары (ярты йылға яҙылғандар ҙа, тотош 2025  йылға яҙылғандар ҙа) ике акцияла ҡатнаша:

”Яҙыл һәм бүләк от”

”Яңы йыл марафоны”.

Отоштар бик арыу: туңдырғыс һандыҡ, телевизор, ноутбук, робот-туҙан һурғыс, башҡа ҡиммәтле бүләктәр. Республиканың ниндәй ҙә булһа гәзитенә йә журналына яҙылған һәр кем приз эләктереү мөмкинлегенә эйә.

Бер ыңғайҙан иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 1 февралдән 31 мартҡа тиклем республика халҡы гәзит һәм журналдарға әүәлге хаҡҡа яҙыла ала. Почта бүлексәһенә барып та, онлайн да подписка эшләргә мөмкин, тик ниәтең генә булһын!

Онлайн яҙылыу өсөн rbsmi.ru  сайтының «Подписка» https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/ бүлегенә инергә кәрәк. Электрон версияға ла, баҫма версияға ла яҙылып була.

Сығанаҡ

Автор: Миляуша Камалова
Читайте нас