+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
19 Февраль 2025, 06:20

Президент матбуғат баҫмаларын таратыуға иғтибар бирә

Ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу күләме буйынса Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында өсөнсө урынды алған. Татарстан да беҙҙең йәнәштә өсөнсө. Ә беренсе һәм икенсе урындарҙы Мәскәү ҡалаһы һәм Краснордар крайы яулаған.

Президент матбуғат баҫмаларын таратыуға иғтибар бирәПрезидент матбуғат баҫмаларын таратыуға иғтибар бирә
Президент матбуғат баҫмаларын таратыуға иғтибар бирә

Ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу күләме буйынса Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында өсөнсө урынды алған. Татарстан да беҙҙең йәнәштә өсөнсө. Ә беренсе һәм икенсе урындарҙы Мәскәү ҡалаһы һәм Краснордар крайы яулаған.

Рәсәй Хөкүмәте ағзалары менән кәңәшмәлә был хаҡта Рәсәй Президенты Владимир Путинға Мәҡсүт Шадаев хәбәр иткән. Осрашыуҙа социаль әһәмиәткә эйә баҫмаларҙы таратыуға льготаны финанслау юлдары тураһында фекер алышҡандар. Президент Цифр министрлығына, һәр төбәктең иҡтисади  мөмкинлеген иҫәпкә алып, был мәсьәләне хәл итеү мөмкинлеген ҡарау бурысын ҡуйған.  “Социаль әһәмиәткә эйә баҫмаларға сағыу төбәк сифаттары хас түгел, улар тотош ил өсөн социаль әһәмиәткә эйә”, – тип билдәләгән Владимир Путин.

Бындай гәзит-журналдарҙы таратыуға льгота 2025 йылдың икенсе яртыһынан ғәмәлгә инер, тип көтөлә.

Ҡыуаныслы яңылыҡ тураһында Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы  етәксеһе Максим Ульчев социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итте.

Сығанаҡ: Максим Ульчев.

 

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас