“Торатау” конгресс-холында “Рәсәй – халыҡтар йорто” Бөтә Рәсәй этнодиктанты үтте. Унда милли-мәҙәни үҙәктәр вәкилдәре һәм мәғариф учреждениелары уҡыусылары ҡатнашты.
Диктантты “Таусень” коллективы етәксеһе, Өфө Фән һәм технологиялар университеты доценты Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Елена Евдокимова уҡыны.
Диктанттан һуң туған телдең йәмғиәттәге әһәмиәте тураһында түңәрәк ҡор булды.
Сығанаҡ: Башинформ.