+8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Февраль 2025, 13:04

Республикабыҙҙа Халыҡ-ара туған тел көнө уңайынан флешмоб башланды

Бөгөн Халыҡ-ара туған тел көнө билдәләнә. Был байрам 1999 йылдың ноябрендә ЮНЕСКО тарафынан индерелә һәм 2000 йылдан 21 февралдә билдәләнә башлай. Уның төп маҡсаты – тел һәм мәҙәни төрлөлөктө яҡлау, сөнки телдәр матди һәм рухи мираҫты һаҡлау һәм үҫтереүҙең иң көслө ҡоралы булып тора.

Башҡортостан Республикаһы – Рәсәйҙең күп милләтле төбәктәренең береһе. Унда 150-гә яҡын милләт вәкиле йәшәй. Республиканың мәғариф системаһында 13 туған тел өйрәнелә. Райондарҙа һәм ҡалаларҙа полилингваль гимназиялар асыла, унда балалар рус, башҡорт, татар, сыуаш, мари, удмурт һәм башҡа телдәрҙә белем ала. Башҡортостанда бөтәһе 153 мең самаһы уҡыусы туған телдәрҙе өйрәнә.

Халыҡ-ара туған тел көнө алдынан республиканың төрлө милли-мәҙәни һәм мәғариф учреждениеларында туған телде популярлаштырыуға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар уҙҙы. Уларҙың маҡсаты үҙ халҡыңдың мәҙәниәтенә һәм традицияларына ихтирам тәрбиәләү, туған телде өйрәнеүгә һәм һаҡлауға ҡыҙыҡһыныу уятыу ине.

Туған тел көнө уңайынан республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы #ДеньРодногоЯзыка #ТуғанТелКөнө #ДеньРодногоЯзыкаБашкортостан #международныйденьродногоязыка #БашҡортТеле флешмобын башлап ебәрҙе. Тәүгеләрҙән булып уға министр Илдар Мәүлетбирҙин ҡушылды, видеояҙмала ул башҡорт шағиры Баязит Бикбайҙың шиғырын һөйләй.

«Бөгөн беҙ Халыҡ-ара туған тел көнөн билдәләйбеҙ, ошо байрам һәммәбеҙҙе лә берләштерә. Был көн тел төрлөлөгөн һаҡлауҙың, һәр халыҡтың йолаларына һәм мәҙәни мираҫына ихтирамдың мөһимлеген иҫкә төшөрә. Туған тел – ябай аралашыу сараһы ғына түгел. Ул – быуындарҙы бәйләүсе тере еп, үткәндәр һәм киләсәктәр араһындағы күпер. Тел аша һәр милләттең ата-бабаларының аҡылы, ғөрөф-ғәҙәттәре, тарихы һәм үҙенсәлекле һыҙаттары күсә. Тел – халыҡтың күңеле, уның хәтере һәм рухи байлығы», — тине министр республика халҡына төбәп һәм флешмобта ҡатнашырға саҡырҙы.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор: Миляуша Камалова
Читайте нас