30-сы йылдарҙа Совет хөкүмәте Ҡытайҙың Синьцзян провинцияһының хәрби губернаторы Шен Ши Цайға ярҙам йөҙөнән хәрби белгестәр ебәрә. Улар араһында майор Миңлеғәли Шайморатов та була. Ул Шай псевдонимы аҫтында эшләй.
Шай хеҙмәткә саҡырылған егеттәрҙе ҡатмарлы хәрби техника менән эш итергә өйрәтә. Артабан ул тарҡау подразделениеларҙан көслө ғәскәр төҙөргә тейеш була.
Шайморатов Ҡытайҙа өс йыл эшләй. Һөҙөмтәле эше өсөн ул тәүҙә Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә, ә бер аҙҙан полковник званиеһы бирәләр.
Өфөләге Шайморатов мемориалындағы Ҡытай грамотаһы Герой тормошоноң Ҡытай осорон кәүҙәләндерә.

