Ярыш квест рәүешендә барҙы. Балалар тарих, туған тел, хәрби әҙерлек буйынса белемдәрен күрһәтте, башватҡыстарҙы систе. Квест тамамланғас, уҡыусылар махсус хәрби операция ҡатнашыусылары һәм республика ғалимдары менән осрашты. Улар менән әңгәмә уҡыусылар өсөн бик мауыҡтырғыс булды.
Ярыштың абсолют еңеүсеһе – Баҡалы районы Иҫке Ҡорос ауылы командаһы. Ул Миңлеғәле Шайморатов исемендәге Күсмә кубокты яуланы.
Фотолар: БСТ-ның видеояҙмаһынан скриншоттар.