Стәрлетамаҡта йәшәгән бер ҡатындың телефонына танышынан хәбәр килә. “Сәләм, – тип яҙа теге, – фотола һин түгелме?” Хәбәргә “Фото” тигән яҙыу менән 4 фото беркетелгән була. Форматтары – apk.
Ҡатын документты аса. Ул арала кредит картаһындағы 78 мең һум аҡсаһынан яҙа. Полицияға йүгерә. Енәйәт эше ҡуҙғаталар.
Стәрлетамаҡ полицияһынан Лилиә Исламғолова иҫкәртә: “Популяр мессенджерҙы ҡулланыусыларға ошондай ҡыҙыҡтырырлыҡ хәбәрҙәр йыш килә. Уларҙы берүк аса күрмәгеҙ! Яуыз ниәтле әҙәмдәр фотография тигән булып вирустар ебәрә”.
Фотоны асыу менән смартфонға автоматик рәүештә ҡушымта ҡуйыла. Ул ҡушымта ярҙамында уғрылар телефонға ситтән тороп инеү мөмкинлеген ала. Банк ҡушымтаһына инеп, аҡсаны үҙләштерәләр, кредит алалар.
Шуны иҫтә тотоғоҙ: фотоларҙың apk тигән форматы юҡ. Ғөмүмән, билдәһеҙ һылтанмалар буйлап күсмәгеҙ, таныш түгел файлдарҙы асмағыҙ. Шикле хәбәр алһағыҙ, ебәреүсеһен кисекмәҫтән бикләгеҙ.
Сығанаҡ: Башинформ.