Ғаилә менән профессиональ фотоға төшөү, фотола матур сығыу өсөн өсөн етеҙ макияж һәм сәсте ҡарау зонаһы эшләйәсәк.
Был көндө тематик ижади майҙансыҡтар ойоштороласаҡ.
Ата-әсәләр өсөн тәрбиә, сәләмәтлек темаларына белгестәрҙең сығыштары ҡарала. Һәр төрлө оҫталыҡ дәрестәре ижади һәләттәрҙе үҫтерергә ярҙам итер. Үҫмерҙәрҙе борсоған һәм тулҡынландырған темаларға сығыштар яңғырар. Ә кескәйҙәр күңелле уйындар менән мәшғүл булыр.
Ғаилә йәрминкәһендә ҡунаҡтар 8 мартҡа бүләктәр һайлай аласаҡ. Төрлө әйберҙәр менән һатыу итеү, хеҙмәттәр күрһәтеү ойошторола. Ғаилә коллективтары ҡатнашлығындағы концерт күңелдәрҙе асып ебәрер.
Форум республиканың алдынғы белгестәре һәм ата-әсәләрҙең файҙалы аралашыу майҙансығына әйләнер тип көтөлә. Сарала балалы ғаиләләргә ярҙам менән шөғөлләнгән ойошмалар ҡатнаша. Ойоштороусылар ҡунаҡтарын ул көндө иртәнге 10-дан көтә башлаясаҡ.
0+