+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Февраль , 12:55

Чат-бот һеҙгә ярҙамға

Русса “слух” һүҙен башҡортсаға нисек тәржемә итер инегеҙ? Ишетеү, имеш-мимеш, хәбәр, ишетеү һәләте. Автомат тәржемәсе уның контекст буйынса яраҡлыһын һайлап ала беләме? Ай-һай. Ни өсөн башҡортса алтаҡталар яҙылышында хаталар осрай? Алтаҡта хужаларының терминология комиссиялары менән килешеп эшләмәүе, моғайын, бының төп сәбәбелер. 

Чат-бот һеҙгә ярҙамға
Чат-бот һеҙгә ярҙамға

Русса “слух” һүҙен башҡортсаға нисек тәржемә итер инегеҙ?

Ишетеү, имеш-мимеш, хәбәр, ишетеү һәләте. Автомат тәржемәсе уның контекст буйынса яраҡлыһын һайлап ала беләме? Ай-һай.

Ни өсөн башҡортса алтаҡталар яҙылышында хаталар осрай? Алтаҡта хужаларының терминология комиссиялары менән килешеп эшләмәүе, моғайын, бының төп сәбәбелер. 

Берәүҙәре, үҙебеҙ тәржемә итә лә ҡуябыҙ тип, үҙешмәкәрлек күрһәтә. “Беҙҙең шул-шул хеҙмәткәрҙәр башҡортса һөйләшә лә баһа, тәржемә итеп ҡуйһындар”, – тип, мәсьәләне еңел генә хәл итә ҡайһы бер хужалар. Һай белемле “белгестән” зыян ғына күрелә, сөнки был осраҡта башҡортса “әпәй-тоҙлоҡ” белеү генә етмәй шул.

Гугл йә Яндекстың автомат тәржемәсеһенән эшләтеүселәр ҙә бар. Ләкин  автомат ул кеше түгел, башҡорт теленең күп мәғәнәле һүҙҙәре осраһа, дөрөҫөн һайлай белмәй. Шунлыҡтан “Имеш-мимеш академияһы” кеүек тәржемәләр килеп сыға. Өфөлә  “Академия слуха”  ойошмаһының алтаҡтаһы  шулай тип тәржемә ителгән. Ә дөрөҫө “Ишетеү академияһы” була.

Хаталар осраһа, ҡайҙа хәбәр итергә? “Хатаһыҙ ҡала. Башҡортостан” чат-боты ярҙамға килер.

Телеграмдағы был чат-бот республика Хөкүмәтенең ҡушыуы буйынса эшләнгән. Унда килгән хәбәр “Инцидент-менеджмент” системаһы аша эшкәртелә һәм тейешле саралар күрелә. Хата төҙәтелгәс, мөрәжәғәтте яҙыусыға ошо уҡ чат-бот аша яуап килә.

Аныҡлап әйткәндә,  кем эшләй был мөрәжәғәттәр менән?

Чат-ботҡа килгән мөрәжәғәттәрҙе “Диалог-төбәк” коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы (етәксеһе Ильяс Сәғитов) эшкә ала, хата төҙәтелгәнгә тиклем уны контролдә тота һәм мөрәжәғәтсегә яуапты ойоштора.

"Башҡортостан" гәзите материалы файҙаланылды.

 

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас: