+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
2 Март 2025, 09:17

Республиканың өлгөлө ғаиләләре асыҡланды

“Өлгөлө башҡорт ғаиләһе-2025” конкурсының еңеүселәре асыҡланған!  Республика этабы еңеүселәре араһында Гран-приҙы Хәйбулла районы Степной ҡасабаһында йәшәгән Ҡудашевтар ғаиләһенә тапшырғандар.

Республиканың өлгөлө ғаиләләре асыҡландыРеспубликаның өлгөлө ғаиләләре асыҡланды
Республиканың өлгөлө ғаиләләре асыҡланды

Төрлө номинацияларҙағы еңеүселәр ҙә ҡотлауҙар ала бөгөн. Бына уларҙың исемлектәре.

«Ғаилә ижады» номинацияһында:

I урын – Шәғәлиндәр ғаиләһе, Белорет ҡалаһы;

II урын – Ҡарасуриндар ғиләһе, Стәрлетамаҡ ҡалаһы;

III урын – Зәйнетдиновтар ғаиләһе, Мәсетле районы Һөләймән ауылы.

«Ғаилә кәсебе» номинацияһында:

I урын – Сибәғәтуллиндар ғаиләһе, Әбйәлил районы Асҡар ауылы;
II урын  – Мәхийәновтар ғаиләһе, Миәкә районы Тамъян-Таймаҫ ауылы;
III урын  – Хамматовтар ғаиләһе, Йылайыр районы Юлдыбай ауылы;

«Ғаилә ҡиммәттәре» номинацияһында:
I урын  – Алтынбаевтар ғаиләһе, Салауат районы Янғантау ауылы;
II урын  – Харрасовтар ғаиләһе, Октябрьский ҡалаһы;
III урын  – Алдаҡаевтар ғаиләһе, Ҡырмыҫҡалы районы Баҡсалы ауылы.

Махсус номианцияларҙа махсус приздар:  

1.МИРАҪЛЫ ҒАИЛӘ – Сәйфуллиндар ғаиләһе, Стәрлетамаҡ ҡалаһы;
2.ЙӘШ ҒАИЛӘ – Сәғәҙәтовтар ғаиләһе, Сибай ҡалаһы;
3.ИЛҺӨЙӘР ҒАИЛӘ – Идрисовтар ғаиләһе, Салауат ҡалаһы;
4.РУХЛЫ ҒАИЛӘ – Шәйлиндәр ғаиләһе, Ырымбур ҡалаһы.

Конкурстың йомғаҡлау этабы Стәрлетамаҡ ҡалаһында үткән. Сараны Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған.

Сығанаҡ: Ҡоролтай.

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас