+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Март , 10:16

Башҡорт эпосы батырҙары - компьютер уйынында

Өфө студенттары «Урал йөрәге» тигән компьютер уйынын ижад итә. Уйын билдәле башҡорт эпосы “Урал батыр”ға нигеҙләнә. Heart of Ural проекты төҫтөндә Вуз-ара кампус резиденттары эшләй.

Башҡорт эпосы батырҙары - компьютер уйынында
Башҡорт эпосы батырҙары - компьютер уйынында

Уйындың төп героиняһы булған башҡорт ҡыҙы мәктәпте тамамлаған да ауылға өләсәһенә ҡунаҡҡа килгән. Ул тәбиғәттең үлеп барғанын күрә һәм сәбәптәрҙе тикшерергә була. Шунан инде ул тылсымлы әкиәт донъяһына барып эләгә. Ҡыҙыҡай халҡыбыҙҙың риүәйәттәре һәм әкиәттәре буйлап сәйәхәт итә. Әлбиттә, уның төп маршруты һәм мажаралары “Урал батыр” эпосы йөкмәткеһендә бара.  Уйында башҡорт халыҡ көйҙәре файҙаланыла.  

Уйын 2026 йылда сығасаҡ.

Сығанаҡ: БР Хөкүмәте сайты.

Башҡорт эпосы батырҙары - компьютер уйынында
Башҡорт эпосы батырҙары - компьютер уйынында
Башҡорт эпосы батырҙары - компьютер уйынында
Башҡорт эпосы батырҙары - компьютер уйынында
Башҡорт эпосы батырҙары - компьютер уйынында
Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас: