+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Март , 20:12

Кескәй принцессалар балға йыйылды

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән ҡыҙ балалар өсөн Кескәй принцессалар балы үтте. Балға алты йәштән ун ике йәшкә тиклемге ҡыҙҙар йыйылды. Ә уларҙы тамашаға “Бәхет биләмәһе” хәйриә фондының бағыусылыҡ советы рәйесе Каринэ Хәбирова саҡырған.

Кескәй принцессалар балға йыйылды
Кескәй принцессалар балға йыйылды

Кескәй матурҡайҙар өсөн оҫталыҡ дәрестәре, ижад күргәҙмәләре, билдәле кешеләр менән осрашыуҙар ойошторолған. Улар өсөн фотозоналар, визаж студиялары эшләне.

Ҡыҙҙарҙы һәм  улар тураһында арымай-талмай хәстәрлек күреп йәшәгән әсәләрҙе ҡотларға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров килгән. Ул фиҙакәр әсәләргә рәхмәт белдерҙе, һәммәһен яҡынлашып килгән 8 Март менән ҡотланы.  Ҡайһы бер ҡыҙыҡайҙарҙың аталары әле махсус хәрби операцияла йөрөй икән. Республика етәксеһе уларға үҙенән сәләм еткереүҙәрен һораны.

Башҡортостан Башлығының тормош иптәше Каринэ Хәбирова ла тормош һынауҙарына бирешмәгән балаларҙы, уларҙың әсәләрен ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе.

Балда ҡатнашыусылар “Том Сойер” тигән спектакль ҡараны, һәр береһенә бүләктәр тапшырылды. Күптәр республика Башлығы менән селфи эшләне.

Сығанаҡ: Башинформ.

Кескәй принцессалар балға йыйылды
Кескәй принцессалар балға йыйылды
Кескәй принцессалар балға йыйылды
Кескәй принцессалар балға йыйылды
Кескәй принцессалар балға йыйылды
Кескәй принцессалар балға йыйылды
Кескәй принцессалар балға йыйылды
Кескәй принцессалар балға йыйылды
Кескәй принцессалар балға йыйылды
Кескәй принцессалар балға йыйылды
Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас: