+4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Яңылыҡтар
6 Март , 09:50

“Ауаз” дуҫтарын йыя

26 апрелдә Илеш районында “Ауаз” башҡорт мәҙәниәте һәм заманса сәнғәт күп жанрлы асыҡ фестивале үтәсәк.  

“Ауаз” дуҫтарын йыя
“Ауаз” дуҫтарын йыя

26 апрелдә Илеш районында “Ауаз” башҡорт мәҙәниәте һәм заманса сәнғәт

күп жанрлы асыҡ фестивале үтәсәк.  

Сара ике турҙан тора. Беренсеһе – һайлап алыу туры, унда 15 апрелгә тиклем ебәрелгән видеоматериалдар ҡараласаҡ.

Икенсе тур беренсеһенең йомғаҡтары буйынса 26 апрелдә буласаҡ.

Фестивалдә «Бейеү коллективтары», «Вокаль коллективтар», «Инструменталь коллективтар», «Фольклор коллективтары», ҡулланма-биҙәү ижады буйынса конкурстар үтәсәк.

Фестивалдә һәүәҫкәр коллективтар, профессиональ башҡарыусылар, ғаилә династиялары, ҡулланма-биҙәү сәнғәте оҫталары ҡатнаша ала.

Ярыштар ике йәш төркөмөндә – 16 йәшкә тиклем һәм 16 йәштән өлкәндәр төркөмдәрендә үтә.  

Фестивалде БР Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Илеш районы хакимиәте ойоштора.

Беренсе тапҡыр “Ауаз” фестивале 2014 йылда үткәйне.

Сығанаҡ: Республика халыҡ ижады үҙәге.

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас: