+9 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Яңылыҡтар
6 Марта 2025, 09:34

Шәһитселәр таныҡлыҡ алған

Шәһит Хоҙайбирҙин йорт-музейында “Мин – йәш Шәһитсе” тигән яңы журнал менән таныштырыу кисәһе булған. Йыйынтыҡта медиамәктәпте алып барыусыларҙың журналистика оҫталығы серҙәренә өйрәткән мәҡәләләре донъя күргән.

Шәһитселәр таныҡлыҡ алғанШәһитселәр таныҡлыҡ алған
Шәһитселәр таныҡлыҡ алған

Медиамәктәптә шөғөлләнгән 15 балаға БР Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов  “Мин – йәш Шәһитсе” таныҡлығы тапшырған. Таныҡлыҡ алыусылар араһында Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейының 5-се синыф уҡыусылары Юлдашбаева Альбина, Аллабирҙина Әминә, Билалова Әмирә лә булған.

Журнал Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында сығарылған.

Сығанаҡ: 136-сы башҡорт лицейының ВК сәхифәһе.

Шәһитселәр таныҡлыҡ алған
Шәһитселәр таныҡлыҡ алған
Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас