+4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Яңылыҡтар
12 Март , 13:34

Ҡарттар ҡыуанып ҡалды

Балаларҙы һәм яңғыҙ йәшәгән ҡарт-ҡороно бергә бәйләй торған проект Башҡортостан Башлығы грантын алыуға өлгәшкән. "ДеДство" тип аталған был проект өлкәндәрҙең көнкүрешенә йылы өрөү, ә балаларҙы уларға хәстәрлек, иғтибар һәм ихтирам күрһәтергә өйрәтеү маҡсатын ҡуя.

10 мартта Өфөнөң 15-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре -  "ДеДство"ла ҡатнашҡан  балалар - ҡарттар йортона барҙы, концерт ҡуйҙы, оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе, бергәләп ултырып сәй эстеләр. Уларҙың ҡыҙыҡлы иҫтәлектәрен тыңларға ла өлгөрҙө. Бындай әңгәмәләр барышында  балалар өлкәндәр өсөн нимәләр ҡәҙерле икәнен аңлай, традицияларҙы өйрәнә.

Байрам концертында балалар шиғырҙар һөйләне, йырланы, бейене. Уларға ҡарап, өлкәндәр үҙҙәренең ошолай ҡолонсаҡ кеүек ырғып-һикереп йөрөгән бала сағын иҫенә төшөргәндер, моғайын. Балаларҙың йырҙарына шатланып ҡушылдылар. Һуңынан балалар өлкәндәргә үҙҙәре эшләгән асылмаларҙы бүләк итте.

Ольга Тимербулатова фотолары.

Ҡарттар ҡыуанып ҡалды
Ҡарттар ҡыуанып ҡалды
Ҡарттар ҡыуанып ҡалды
Ҡарттар ҡыуанып ҡалды
Ҡарттар ҡыуанып ҡалды
Ҡарттар ҡыуанып ҡалды
Ҡарттар ҡыуанып ҡалды
Ҡарттар ҡыуанып ҡалды
Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас: