+5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Яңылыҡтар
15 Март , 11:02

Иң яҡшы уҡытыусылар асыҡланды

“Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” һәм “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” конкурстарына йомғаҡ яһалды. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы “Торатау” конгресс-холында  үтте.

Иң яҡшы  уҡытыусылар асыҡланды
Иң яҡшы уҡытыусылар асыҡланды

* “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” төбәк-ара конкурсының абсолют еңеүсеһе  – “СМАРТ” 2-се Республика күп профилле полилингваль гимназияһының башҡорт теле уҡытыусыһы Наҙгөл Хәбибуллина.

*“Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” конкурсында:

Абсолют еңеүсе – Стәрлетамаҡтың 5-се гимназияһының физика уҡытыусыһы Ренар Хәйбуллин;

2-се урын – Яна Майкова, Өфөнөң Ә. Фәйзуллин исемендәге 39-сы гимназияһы рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы;

3-сө урын – Ирина Никитина, Өфөнөң 93-сө физика-математика лицейы тарих һәм йәмғиәт белеме уҡытыусыһы.

Лауреаттар:

Винер Кәримов, Ҡариҙел районы 1-се мәктәбенең хәүефһеҙлек һәм Ватанды һаҡлау нигеҙҙәре буйынса уҡытыусы-ойоштороусы;

Евгения Шинова, Өфө районы Чесноковка ауылының Горчилин исемендәге мәктәбе рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

*“Туған тел һәм әҙәбиәт буйынса иң яҡшы уҡытыусы” конкурсында:

1-се урын – Алина Кәримова,  Стәрлетамаҡтың 6-сы гимназияһы рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы;

2-се урын – Гөлфиә Ғиләжетдинова, Стәрлетамаҡтың 17-се мәктәбе татар теле һәм әҙәбиәте  уҡытыусыһы;

3-сө урын – Ираида Сөнәғәтуллина, Саҡмағош районы Йомаш ауылы мәктәбе сыуаш теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Лауреаттар:

Сибайҙың 7-се мәктәбе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Светлана Арыҫланова;

Илеш районы Иҫке Күктау мәктәбе татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Венера Ғәлиуллина.

Төрлө номинацияларҙа еңеүселәр асыҡланды, бына ҡайһы берҙәре:

“Иң яҡшы йәш уҡытыусы” – Луиза Хәсәнйәнова, Нефтекама ҡалаһы 2-се мәктәбе башланғыс синыфтар уҡытыусыһы;

“Иң яҡшы рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” – Алена Минлина, Шаран ауылының 2-се мәктәбе уҡытыусыһы;

“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса йыл уҡытыусыһы” төбәк-ара конкурсының “Уҡытыусы-профессионал” номинацияһы наградаһы – Гөлназ Хужахмәтова,  Стәрлетамаҡтың Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияһы уҡытыусыһы;

“Профессияға тоғролар” номинацияһында – Филиә Закирова, Силәбе өлкәһенең Ҡоложбай мәктәбе уҡытыусыһы;  

“Педагогик перспектива” номинацияһында – Наҙгөл Йомашева, Силәбе өлкәһе Сыбаркүл районы уҡытыусыһы;

Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһенең иң яҡшы география уҡытыусыһына призы – Ирина Салтыкова, Кушнаренко ауылы гимназияһы уҡытыусыһы.

Фотола: Наҙгөл Хәбибуллина һәм БДПУ ректоры Салауат Сәғитов.

Сығанаҡ: БДПУ-ның ВК төркөмө.

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас: