+9 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Яңылыҡтар
15 Марта 2025, 10:26

Яҙғы боҙ мәкерле була

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары иҫкәртә: яҙғы боҙ бик хәүефле. Аяҡ аҫтында көҙгө боҙ ватылырын шытырлап хәбәр итһә, мәкерле яҙғы боҙ тауыш-тынһыҙ ғына ишелеп төшә.

Яҙғы боҙ мәкерле булаЯҙғы боҙ мәкерле була
Яҙғы боҙ мәкерле була

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары иҫкәртә: яҙғы боҙ бик хәүефле. Аяҡ аҫтында көҙгө боҙ ватылырын шытырлап хәбәр итһә, мәкерле яҙғы боҙ тауыш-тынһыҙ ғына ишелеп төшә.

Байтаҡ ваҡыт көндәр йылы, һауа температураһы 0-дән юғары, шуға боҙ йылдам ирей, йоҡара. Һаҡ булығыҙ, боҙға төшмәгеҙ. Хәүефкә  тарығанда 112 телефон номерына шылтыратығыҙ.

Видеороликта ҡотҡарыусылар боҙло һыуға батҡан кешене алып сығыу  буйынса күнекмә үткәрә.

 

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас