-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Яңылыҡтар
17 Март , 15:10

Боҙ киткәндә һаҡ бул!

Башҡортостан йылғаларында боҙ китә башланы. Боҙо әлегә ҡуҙғалмаған һыу ятҡылыҡтарына һис кенә лә аяҡ баҫырға ярамаған ваҡыт хәҙер. Боҙ кәүшәк, уны өҫтән ҡояш, шәре ашай, аҫтан ағым  йыуа. Боҙ буйлап атлағанда ул көтмәгәндә ишелә лә төшә. Бигерәк тә яр буйҙарында боҙ ышанысһыҙ.

Боҙ киткәндә һаҡ бул!
Боҙ киткәндә һаҡ бул!

Балалар, боҙға берүк төшмәгеҙ! Өлкәндәр, балаларҙы һыу буйҙарына яңғыҙын ебәрмәгеҙ!

Боҙ өҫтөнә төшһәң, ул көтмәгәндә киҫәктәргә бүленеп тә өҫтөндәге кешене йылға уртаһына алып китергә мөмкин. Боҙло һыуға сумһаң, көслө ағым ағыҙырға ғына тора. Бындай ҡазанан ҡотолоу юлы юҡ һымаҡ.

Яҙғы ташҡын, боҙ китеү мәлдәрендә йылға-күлдәрҙә нәҡ балалар йышыраҡ ҡазаға тарый.

Яҙғы ташҡын, боҙ китеү осоронда тыйыла:

һыу ятҡылыҡтары өҫтөндәге боҙға төшөү;

боҙ буйлап йылға аша сығыу;

боҙ тығындары тирәһенә яҡынлашыу, таяҡ-маҙар менән боҙ киҫәктәрен эткеләү;

убылырға торған текә яр ситенә үк килеп баҫыу;

боҙ ҡуҙғалғанда баҫмаларҙа, быуа  быуғыстарҙатороу;

йылға йә күлдең, быуаның тәрәнлеген үлсәп маташыу;

боҙ киҫәгенә баҫып, йылға буйлап йөҙөп йөрөү.

Сығанаҡ: Башҡортостан буйынса МЧС баш идаралығы.


Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас: