Башҡорт ҡатын-ҡыҙының милли биҙәүестәре төрлө-төрлө атамалы һәм тәғәйенләнешле. Журналыбыҙҙа биҙәүестәрҙең фотоһүрәттәре һәм атамалары бирелә. Был тарихи-мәҙәни тема менән ҡыҙыҡһыныусылар ҙа күбәйә бара.
Сәлмән Ярмуллиндың Рамаҙан айы башланыуға һәм ураҙа тотоуға бағышланған мәҡәләһе башҡорттарҙа таралған әйенселәү йолаһы менән таныштыра. Ураҙа байрамында балалар ауыл буйлап әйенселәргә сығыр булған. Ошо уҡ һанда Хәйҙәр Тапаҡовтың “Әйенселәү” тигән хәтирәһе лә теманы дауам итә һәм сағыу буяуҙар өҫтәй.
Март һанын данлы әҙибәбеҙ Һәҙиә Дәүләтшинаның тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған мәҡәлә, Өфөнөң 102-се гимназияһында үткән “Бикбай уҡыуҙары” ҡатнашыусыларының шиғырҙары, балаларҙың әсәйҙәргә бағышланған ижад өлгөләре һәм башҡа ҡыҙыҡлы материалдар биҙәй.