-3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Яңылыҡтар
19 Март , 20:01

«Минең финанстарым» бөтә Рәсәй ағартыу эстафетаһының дүртенсе этабы бара

«Минең финанстарым» бөтә Рәсәй ағартыу эстафетаһының дүртенсе этабы 6 марттан 23 майға тиклем үтә.Был этаптың маҡсаты – иҡтисади яҡтан әүҙем Рәсәй кешеләренең  финанс ғилемдәренә   ҡыҙыҡһыныуын арттырыу, уларҙы белем кимәлен күтәреүгә һәм аҡсаны аҡыл менән тотоноуға  дәртләндереү.  Ул мәктәп уҡыусыларына, студенттарға, иҡтисади әүҙем өлкәндәргә, пенсионерҙарға һәм пенсия йәшенә етеп килгән кешеләргә төбәлә.

«Минең финанстарым» бөтә Рәсәй ағартыу эстафетаһының дүртенсе этабы бара
«Минең финанстарым» бөтә Рәсәй ағартыу эстафетаһының дүртенсе этабы бара

Эстафета сиктәрендә район һәм ҡалаларҙа халыҡтың финанс белемен күтәреү саралары үткәрергә тәҡдим ителә:

китапханаларҙа лекциялар циклы;

финанс фестивалдәре (ауыл, ғаилә, ҡала);

ҡала лагерҙарында һәм ял лагерҙарында профилле сменалар;

башҡарма һәм закондар сығарыу власы етәкселәре ҡатнашлығында асыҡ дәрестәр;

махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙең ғаиләләре менән семинарҙар, осрашыуҙар;

финанс КВН-дары, спектаклдәр һәм башҡа мәҙәни тематик саралар;

халыҡ өсөн финанс грамоталылығы буйынса башҡа тематик саралар.

Сараларҙың төп интернет-майҙансығымоифинансы.рф порталы. Эстафетаның IV этабы өсөн бөтә материалдар – моифинансы.рф/estafeta/sberegaj-i-priumnozhaj  һылтанмаһында.

 

«Минең финанстарым» бөтә Рәсәй ағартыу эстафетаһының дүртенсе этабы бара
«Минең финанстарым» бөтә Рәсәй ағартыу эстафетаһының дүртенсе этабы бара
Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас: