+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Яңылыҡтар
20 Март , 22:03

“Заман-2025”: мөмкинлектәр форумы

26 мартта 48-се Башҡорт лицейында медиалидерҙар, блогерҙар, фотографтар, видеографтар, шулай уҡ балалар киң  мәғлүмәт саралары  редакциялары, телестудиялар эшмәкәрлегендә, йәш журналистарҙың ижади берекмәләрендә ҡатнашыусылар һәм мәктәп медиаүҙәктәре вәкилдәре йыйыласаҡ. Уларҙы медиа ғына түгел, башҡорт теле һәм мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныу ҙа берләштерә. "Заман" йәштәр форумы дүртенсе тапҡыр үткәрелә, төбәк-ара статуста ул – икенсе йыл.

“Заман-2025”: мөмкинлектәр форумы
“Заман-2025”: мөмкинлектәр форумы

“Заман” төбәк-ара йәштәр форумын 48-се Башҡорт лицейы менән Өфөләге “Дуҫлыҡ” мәҙәниәт һарайы ойоштора. Маҡсаты – балаларҙы туған  башҡорт телен өйрәнеүгә дәртләндереү, рухландырыу.

Ҡатнашыусылар дискуссиялар майҙансығында эшләйәсәк, медиамөхит мәсьәләләре буйынса фекер алышасаҡ.

Йәнә “Шымсы” тигән өҫтәл уйыны тәҡдим ителәсәк. Ҡатнашыусылар башҡортса контент эшләүҙә һәләттәрен һынап ҡараясаҡ. Әүҙем һәм һәләтлеләрҙе бүләктәр көтә.

Ватанды һаҡлаусылар йылына арналған тематик күргәҙмәләр, халыҡ кәсептәре оҫталарының этнокүргәҙмәләре лә ҡыҙыҡһыныу уятыр. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылы уңайынан теләгән һәр кем маскировка селтәрҙәре бәйләү, ҡоро душ яһау, “Изгелек бетеүе” эшләү менән дә шөғөлләнер.

Медиафорумда шулай уҡ Республика буктрейлерҙар конкурсында һәм “Заман теле” акцияларында еңеүселәр билдәләнәсәк.

Сығанаҡ: Башҡортостан уҡытыусыһы.

 

“Заман-2025”: мөмкинлектәр форумы
“Заман-2025”: мөмкинлектәр форумы
“Заман-2025”: мөмкинлектәр форумы
“Заман-2025”: мөмкинлектәр форумы
“Заман-2025”: мөмкинлектәр форумы
Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас: