Әлеге көндә Баймаҡ районынан 62 йәшлек яралы ир дауаханала бик ауыр хәлдә ята, икенсеһенең, 57 йәшлек Бөрйән кешеһенең, хәле уртаса ауырлыҡта. Икеһенә лә операция үткәрелгән, икеһе лә әле реанимацияла.
Был хаҡта Хөкүмәт кәңәшмәһендә Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр иткән.
Баймаҡ кешеһенә айыу 21 мартта 2-се Этҡолдан 7 километрҙағы һунарсылыҡ биләмәһендә һөжүм иткән.
Ә Бөрйәндәгеһе былай була. 22 мартта Яңы Усман ауылынан бер ир урманға ҡайын һуты йыйырға сыға һәм көтмәгәндә йыртҡыс менән осраша. Ирҙең ҡулында өс литрлы банка була. Айыу менән алышҡанда банкаһы менән тегегә ҡундыра. Банка шарт итеп ватылып китә, шуның тауышынан айыу ҡото осоп, ҡорбанын ташлап ҡаса.
Үҫмерҙәр ҡар иреү менән урман ҡыҙырырға ярата. Әммә яңылыштан ас айыу өҫтөнә барып сығыу ихтималлығын оноторға ярамай.
Башинформ мәғлүмәттәре файҙаланылды.