-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Яңылыҡтар
24 Март , 19:40

Талпандар ҡорбан эҙләй

Наҙлы яҙҙың хәүефтәрен онотоп ебәрмәйек. Шуларҙың береһе – талпан. Башҡортостан буйынса Роспотребнадзор етәксеһе Анна Козак талпан энцефалиты менән боррелиоз тарата торған бөжәктәр бигерәк тә күп осрай торған  райондарҙы атаған.

Талпандар ҡорбан эҙләй
Талпандар ҡорбан эҙләй

Райондарҙы эпидемиологик хәүеф кимәленә ҡарап өс төркөмгә бүлгәндәр. 3 һәм унан күберәк балл йыйған 15 район – юғары хәүеф, 20 район (2 балл) – уртаса, 26 район (1 балл) түбәнерәк хәүеф төбәге тигән төркөмгә ингән (һүрәттә).

Анна Козак ауырыуҙар һаны йәһәтенән айырыуса хәүефлеләр исемлегендә Ҡыйғы, Учалы, Бөрйән һәм Ҡариҙел райондарын телгә алған. Ведомство белгестәре ошо райондарҙың башлыҡтарына биләмәләрҙе эшкәртеү буйынса тәҡдимдәр  ебәрәсәк, тигән баш дәүләт санитар табибы.

Өфөнө талпандарға ҡаршы  препараттар менән эшкәртеүгә баш ҡала хакимиәте 4 млн һум аҡса бүләсәк. Анна Козак әйтеүенсә, бигерәк тә “Өфө мунсағы”н, парктарҙы, скверҙарҙы хәүефһеҙләндереү бурысы тора.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас: