Башҡортостанда велосипед, самокат, электр самокаты, саңғы, сноуборд кеүек спорт ҡорамалдарын электричкаларҙа бушлай йөрөтөргә рөхсәт сыҡҡан. Шулай итеп Башҡортостан ҡала яны пассажир компанияһы халыҡтың сәләмәт тормош алып барыуына үҙ өлөшөн индерә.
Элек бындай йөктәрҙе йылдың айырым миҙгелдәрендә генә йөрөтөп була ине. Хәҙер – йыл әйләнәһенә мөмкин.
Шарты бар: тәгәрмәсле ҡорамалдарҙы – тамбурға ҡалдырыу, ә оҙондарын ҡул йөгө ҡуя торған кәштәгә урынлаштырыу зарур. Бер пассажир бер комплект инвентарҙы бушлай йөрөтә ала.
Сығанаҡ: Башинформ.